Ҡышҡы урман. Сифаттарҙың яһалышы.

Урок- повторение по теме" Сифаттарҙың яһалышы"

Содержимое разработки



Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. 6 класс (Хажин, Вильданов)



Тема: Ҡышҡы урман.Сифаттарҙың яһалышы.

Маҡсат: 1) Уҡыусыларҙы сифаттарҙың яһалышы буйынса үҙләштерелгәнде системаға һалыу.

2) Тыуған яҡҡа, уның матурлығына һөйөү һәм ихтирам тойғоһо уятыу.

3) Уҡыусыларҙың диалогик телмәрен үҫтереү,фекерләү һәләтен арттырыу.

Йыһазландырыу: таҡта, һәр уҡыусыға ҡыҙыл, йәшел, һары түңәрәктәр.

Дәрес барышы:

Ойоштороу мәле: Психологик атмосфера ситуацияһын тыуҙырыу.

Хәйерле иртә теләп, ҡояш ҡалҡа,

Уяналар ауыл, ҡалалар.

Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:

Хәйерле иртә һеҙгә, балалар!

Уҡытыусы: - “Кем икән был апай?” – тип аптырап ҡалдығыҙмы? Әйҙәгеҙ танышайыҡ! Мин һеҙгә Һәйет мәктәбенән килдем. Һеҙҙең кеүек аҡыллы, тырыш балаларҙы уҡытам. Мин Ләлә Әнүр ҡыҙы. Ә һеҙҙең менән дәрес барышында танышырбыҙ.

Әйҙәгеҙ әле, бер-беребеҙҙе сәләмләйек: (хор менән ҡабатлау)

2. Артикуляцион аппаратты көйләү.



Һаумы, ҡояш, һаумы,дуҫым,

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

Ҡояш, ғәләм, тыуған ер

Беҙгә йән тыныслығы бир...

Беҙ сәләмәт, беҙ матур!

Салауат кеүек батыр!

Яйлап ултырабыҙ хәҙер,

Дәрес тыңларға әҙер.





Шиғыр уҡыу.

(Шиғырҙы хор менән уҡыу).

ҠЫШ

Бөтә ер аҡ: ҡырҙар, тау баштары,

Әйтерһең, ер аҡ шәл ябынған.

Ағастарға муйыл сәскәһендәй

Тәлгәш-тәлгәш суҡтар тағылған.

(Ф.Рәхимғолова)



  • Уҡыусылар, әйтегеҙ әле, был шиғырҙа ниндәй нимә тураһында һүҙ бара?

  • Ҡыш тураһында һүҙ бара.

  • Эйе, дөрөҫ. Ҡыш тураһында.



Төп өлөш. Дәрестең маҡсатын һәм бурыстарын билдәләү.

Уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация.

  • Эйе, дөрөҫ әйттегеҙ. Уҡыусылар, бөгөнгө дәресебеҙҙе ҡыш миҙгеленә арнайбыҙ. Дәрестә беҙ һеҙҙең менән яңы һүҙҙәр үҙләштереп хәтер һандығына һалырбыҙ, уларҙы ҡулланып һөйләмдәр төҙөрбеҙ, сифаттарҙың яһалышын асыҡларбыҙ һәм был миҙгелдең матурлығы менән танышырбыҙ.

  • Хәҙер, таҡтаға ҡарайбыҙ. Был һүҙҙәр беҙгә тексты уҡығанда һәм тәржемә иткәндә кәрәк буласаҡ.

Һүҙлек эше. Үҙләштереү өсөн бирелгән һүҙҙәрҙе хор менән уҡыу, тәржемә итеү.

Мул

Донъя

Серлелек

Юрған

Затлы

Хайран

Хозур





Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

Ҡышҡы урман.

Ноябрҙә көҙгө бысраҡты ҡапларға теләгәндәй мул ғына ҡар яуҙы. Көндәр ярайһы ғына һалҡынайҙы. ... Ҡышҡы урман – үҙе бер әкиәт донъяһы! Шундай тыныслыҡ, серлелек...Ағас ботағына һаҡ ҡына ҡағылһаң, бар урман уяныр кеүек. Бөтә йәнлектәр ҡалын ҡар юрған аҫтында йәшенеп яталар төҫлө. Ары-бире турғайҙар ғына “Мин бында!” тигән төҫлө икенсе ботаҡҡа һикереп алалар. Шыршылар ҙа затлы тунда.Ҡышҡы тәбиғәттең матурлығы хайран ҡалырлыҡ! Бер генә төҫ менән шундай хозур күренеш тыуҙыра бит ҡыш!

  1. Уҡытыусының тексты тасуири уҡыуы.

  2. Уҡыусыларҙың тексты сылбырлап уҡыуы.

  3. Таҡталағы һүҙҙәрҙе ҡулланып, тексты парлап тәржемә итеү.



Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.

Текстың йөкмәткеһе буйынса эшләү, һөйләмдәрҙе уҡып, һорауҙар төҙөү, бер уҡыусы һорай, икенсеһе яуап бирә.

Һорауҙар:

  1. Ҡасан ҡар яуған?

  2. Ҡышҡы урманды нимә менән сағыштыралар?

  3. Урманда нимәләр бар?

  4. Шыршылар нимә кейгән?



Яңы теманы тәү тапҡыр үҙләштереү.

  • Ҡалын хәреф менән бирелгән һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ әле. Был һүҙҙәргә ниндәй һорау ҡуйып була?

  • Ниндәй? һорауы.

  • Эйе, дөрөҫ. Ниндәй? һорауына ҡайһы һүҙ төркөмө яуап бирә?

  • Сифат (имя прилагательное).

  • Сифат һүҙ төркөмө нимәне белдерә?

  • Предметтың билдәһен белдерә һәм ниндәй? ҡайһы? һорауҙарына яуап бирә.

  • Сифаттар предметтың ниндәй билдәләрен белдерә ?

  • (Төҫөн, формаһын, тәмен, күләмен, физик һәләтен, тышҡы күренешен, температураһын, урынын, ваҡытын).

  • Сифаттар аңлатҡан мәғәнәләренә ҡарап ниндәй сифаттарға бүленә:

Төп с. үҙ алдына предметтың билдәһен аңлата: ҡара, аҡыллы, һалҡын, оялсан.

  • Шартлы с. йә урынды, йә ваҡытты, йә предметтың нимәнән яһалышын белдерә: өҫтәлдәге, ҡышҡы, киске, алтын балдаҡ

  • Сифат дәрәжәләрен ҡабатлау, яһалыу юлдарын иҫкә төшөрөү.





  • Ә яһалышы буйынса ниндәй сифаттар була?

  • Таҡтаға ҡарайыҡ.

  • Дәфтәрҙәрҙе асып бөгөнгө числоны, теманы яҙып ҡуябыҙ.

Бишенсе февраль.

Класс эше.

Сифаттарҙың яһалышы.



Карточкалар менән эш. Сифаттар бирелгән, уларҙы яһалышы буйынса 3 төргә бүлеп яҙырға.

Йәш, ҡышҡы, уйынлы – ысынлы, аҡыллы, тоҙло – боросло, бәләкәй, шәкәрле, аҡлы – ҡаралы, оло, матур – матур, оҙон, балыҡлы.

3 уҡыусы таҡтаға сығып, 1-се уҡыусы –яһалма, 2-се – тамыр, 3-сө уҡыусы ҡушма сифаттарҙы яҙа. Ҡалғандар урында эшләй.



  • Уҡыусылар, сифаттарға иғтибар итегеҙ. Сағыштырайыҡ. Төҙөлөшө буйынса был сифаттар айырыламы?

  • Эйе, был өс төркөмдә яһалышы буйынса өс төрлө сифаттар: тамыр, яһалма, ҡушма.

Сифаттар яһалышы яғынан, исемдәр кеүек үк, тамыр, яһалма, ҡушма була. Яһалма сифаттар ялғауҙар ярҙамында, ҡушма сифаттар ике һүҙҙе ҡушыу юлы менән яһала.



  1. Дәреслектән ҡағиҙәне уҡыу.( Бер уҡыусы ҡысҡырып уҡый)

  2. 155-се биттән 116-сы күнегеүҙе табығыҙ. Сиратлап сығып таҡтала эшләйбеҙ. Өлгөгә ҡарап, түбәндәге һүҙҙәрҙән ялғауҙар ярҙамында һәм ике нигеҙҙе ҡушып сифаттар яһағыҙ.

Өлгө: а) көс – көслө, ҡыш – ҡышҡы

Б) аҡ, ҡара – аҡлы-ҡаралы, ҙур – ҙур-ҙур.

1) Ос,белем,күңел,тоҙ, тәм,көҙ,яҙ,төш,кис

2) Ала,ҡола; оҙон; бейек; һылыу

Яһаған сифаттар менән исемдәр парлап яҙығыҙ

Сылбыр буйлап тикшереү.



Физкультминутка. Ял минуты.



  • Уҡыусылар, әйҙәгеҙ ял итеп алайыҡ.Бының өсөн үҙегеҙҙе урманда тип хис итегеҙ.

  • Тейен сәпәкәй итә,

  • Терпе тыпырлап китә,

  • Ә айыу – тайыш табан

  • Башын ғына һелкетә.

  • Ҡуян йүгереп китә,

  • Яҡ-яғына ҡаранып.

  • Шыршы аҫтында өйө,

  • Ул шунда кереп китә.

  • ***







Төркөмдәрҙә эшләү.

Бының өсөн өс төркөмгә бүленәбеҙ.

  1. Һүҙҙәрҙе парлап яҙығыҙ.





Етеҙ ҡуян

Батыр һауа

Аҡ тейен

Саф айыу



Көслө уйындар

Ҡышҡы ел

Хәйләкәр урман

Серле төлкө


Иҫ киткес ҙур ағастар

Матур-матур буран

Салт аяҙ тау

Күҙ асҡыһыҙ күк



Ә хәҙер эштәрҙе тикшерәйек. Һәр төркөмдән бер кеше уҡып сыға.

Рәхмәт, ултырығыҙ!



3)155-се биттәге 117-се күнегеү



Үҙ аллы эш.

Бирелгән сифаттарҙы яһалышы буйынса өс төркөмгә бүлеп яҙығыҙ. Һәр төркөмгә берәр миҫал өҫтәп яҙығыҙ.

Һалҡын, ҡышҡы, сибәр, оялсан, бала-сағалы, күҙ асҡыһыҙ, яҙғы, зәңгәр, аҡлы-ҡаралы, бәләкәй, эшсән, тырыш, ата-әсәле, хәйләкәр, сос.



Тамыр

Яһалма

Ҡушма





























Тамыр

Яһалма

Ҡушма

сибәр

Йәмле

бала-сағалы

зәңгәр

ҡышҡы

күҙ асҡыһыҙ

бәләкәй

оялсан

аҡлы-ҡаралы

тырыш

яҙғы

ата-әсәле

сос

эшсән



хәйләкәр








  1. Кем күберәк?” уйыны.Урман йәнлектәренә тик сифаттар менән генә ҡылыҡһырлама (характеристика) бирегеҙ.



Дәресте нығытыу.

  • Дәрес аҙағына ла етте. Дәрес аҙағында тест һорауҙары таратам. Уҡыусылар дәфтәрҙә эшләйҙәр.

Тест.

  1. Нимә ул сифат?

А) Предметты белдереүсе һүҙ төркөмө.

Б) Билдәне белдереүсе һүҙ төркөмө.

В) Эште белдереүсе һүҙ төркөмө.



  1. Яһалышы буйынса ниндәй сифаттар була?

А) Тамыр, яһалма, ҡушма.

Б) Төп, тамыр, яһалма.

В) Ҡушма, яһалма.



  1. Ҡайһы юлда сифаттар ғына яҙылған?

А) Зәңгәр, мәктәп, ҡыш.

Б) Ашай, уҡый, ултыра.

В) Йылы, йәшел, сибәр.



  1. Ниндәй юлда яһалма сифаттар ғына бирелгән?

А) Матур, ҡышҡы, һөтлө.

Б) Һыулы, сабырлы, белемле.

В) Аҡлы – ҡаралы, тоҙло – боросло, үтә ҡыҙыл.



  1. Исемдәргә дөрөҫ сифаттар яҙығыҙ. (Найдите пару).

Китап Тәмле

Уҡыусы Матур

Сәскә Ҡыҙыҡлы

Ҡуян Аҡыллы

Алма Ҡурҡаҡ



  • Яҡшы уҡыусылар, хәҙер эштәрегеҙҙе алмашып, тикшерегеҙ һәм баһалар ҡуйығыҙ.



Рефлексия. Дәрескә һығымта эшләү.

  • Уҡыусылар, беҙ бөгөн дәрестә нимәләр белдек?

  • Дәрестең маҡсатына ирештекме?

  • Дәрес һеҙгә оҡшанымы? Оҡшаманымы?

  • Кем бөгөн дәрестә бөтәһен дә аңланым тип уйлай – йәшел түңәрәк күтәрегеҙ.

  • Кемгә белемен нығытырға кәрәк – һары түңәрәк күтәрегеҙ.

  • Кемгә тема бөтөнләй ҙә аңлашылманы – ҡыҙыл түңәрәк күтәрегеҙ.



Өй эше. Баһалау.

  • Сифаттарҙы ҡулланып “Ҡышҡы урман”тигән мини-инша яҙырға.

  • Миңә һеҙҙең менән бөгөн дәрес үткәреүе бик еңел булды. Дәрестә әүҙем ҡатнашып ултырыуығыҙға, тырышып эшләүегеҙгә бик ҡәнәғәтмен. Афарин! Рәхмәт. Дәрес тамам. Һау булығыҙ.



Уҡыусының хеҙмәтен, эшмәкәрлеген баһалау.

  1. Бөтә эштәрҙе лә дөрөҫ эшләнем – 3 балл

  2. Таҡтаға сығып эшләнем – 1 балл

  3. Урындан дөрөҫ яуап бирҙем – 3 балл

  4. Һорауға яуап бирергә тырыштым – 1 балл

  5. Яҙма эште тулыһынса башҡарҙым – 1 балл

  6. Уҡытыусыны бөтә дәрес барышында иғтибар менән тыңланым – 1 балл

1-3 балл – “3”

3-6 балл – “4”

6-нан күберәк – “5”



Сохранить у себя:
Ҡышҡы урман. Сифаттарҙың яһалышы.

Получите свидетельство о публикации сразу после загрузки работы



Получите бесплатно свидетельство о публикации сразу после добавления разработки